shkolakz.ru 1
Тема:



«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү алымдары»


Үткәрҙе: Ибраһимова Рәүфилә Ғүмәр ҡыҙы.


Ташлы- 2012

Башҡорт теле дәресендә уҡыусыларҙың телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү һәм үҫтереү башҡорт теле уҡыусылары алдында торған төп бурыстарҙың береһе булып ҡала. Милләттәштәребеҙҙә башҡорт рухы, үҙ телеңде яратыу һәм ихтирам тәрбиәләү- башҡорт теле уҡыусыларының төп бурысы. Ошоларҙы иҫәпкә алып, башҡорт телен өйрәнеүсе балалырҙы ҡыҙыҡһындырырҙай ысул һәм алымдарҙы эшемдә ҡулланам. Дәресте һәр ваҡыт артикуляцион күнегеүҙәрҙән башлайым, сөнки рус мөхитендә тәрбиәләнгән балалар башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ауыр үҙләштерә. Башҡорт өндәрен , һүҙҙәрен дөрөҫ әйтергә өйрәнеү өсөн 3 минут ваҡыт бүләм.

Слайд

уы йы йө

үе йе йо

уа йү

үә йә

Бирелгән бүлемдәрҙе уҡыусылар ҡыйынлыҡ менән үҙләштерә. Шуға уларҙы йырлап иҫтә ҡалдырырға тырышыу отошлораҡ. (Мәҫәлән, билдәле Бер башҡорт йырының көйөнә.) Күнегеүҙәр барышында уҡ бирелгән хәреф ҡушымсалары менән һүҙҙәр төҙөргә кәрәк.

Слайд

һыуыҡ кеүек теүәл ҡыуа ҡойон

быуын рәүеш сеүәтә шыуа бойоҡ

ҡыуыш бәүел ҡеүәт быуа бойороҡ

һыйыр кейек йүгән төйәк бөйөк

быйыл бейек йүләр һөйәк бөйөр

мыйыҡ кейем йүтәл һөйәл төйөн

Уҡытыу барышында уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, һөйләгәнде, уҡығанды ишетеп аңларға (аудирование), диалогтар ҡорорға, тәҡдим ителгән ситуация буйынса һөйләмдәр төҙөүгә ҙур иғтибар бирәм.

Сит телмәрҙе аңлау өсөн тыңлай белеү мөһим. Әлбиттә, сит телмәрҙе ишетеп ҡабул итеүҙең үҙ ҡыйынлыҡтары бар. Улар:

- мәғлүмәттең тиҙ тапшырылыуы, ҡабатланмауы;

- күргәҙмәлелектең булмауы һ.б.

Уҡыусыларҙы тыңлап аңлау хәтер үҙенсәлегенә бәйле. Төрлө типик һөйләм өлгөләре, әҙер телмәр ҡалыптары хәтерҙә оҙағыраҡ һаҡлана. Ундай өлгөләрҙең иҫтә булмауы аңлауҙы ауырлаштыра.


Слайд.


  1. Һинең яратҡан ашың ( яҙыусың , китабың)?

  2. Әле нисәнсе йыл (ай, дәрес)

  3. Әсәйем уҡытыусы (табип, ашнаҡсы) булып эшләй.

  4. Миңә китап (дәфтәр, ҡәләм) кәрәк.

  5. Өләсәй ауылда (ҡалала, Башҡортостанда) йәшәй.

  6. Ул мәктәпкә (секцияға, түңәрәккә) бара.

  7. Мин уҡырға (яҙырға, йырларға) яратам.

  8. Әсәй (атай, дуҫым) менән театрға барам.

Тағы ла шул мөһим: һөйләү темпы ысынбарлыҡтағы аралашыу темпына яҡын булырға тейеш. Уҡыусы аңлаһын өсөн яй һөйләргә тырышыу артабан башҡаларҙың телмәрен аңламауға килтерәсәк.

Уҡытыусы телмәре уҡыусыларөсөн өлгө, ә төрлө техник саралар ярҙамында башҡаларҙың телмәрен даими тыңлау иғтибарҙы. Телде һиҙемләп, тойоп аңлауҙы үҫтерә. Шуны иҫәпкә алып, аудиотаҫма материалдарын ҡулланыуҙы ла ситтә ҡалдырырға ярамай.

Һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушыу ҙа ҡатмарлы эш төрҙәренән һанала. Сөнки башҡорт теле ялғауҙарға бай һәм төҙөлөшө буйынса аглютинатив типҡа ҡарай. Ялғауҙар ҡушылыу барышында һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен аңлау еңелдән түгел балаларға. Шуға уларҙы ныҡлап үҙләштермәй тороп, башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшеп булмай. Дәрестә ялғауҙар өҫтөндә күнекмәләргә 10 минуттан артыҡ ваҡыт бүлгәнгә генә ыңғай һөҙөмтә буласаҡ.

Слайд.

-да(-дә), -та(-тә), -ҙа(-ҙә), -ла(-лә)

-да(-дә), -та(-тә), -ҙа(-ҙә), -ла(-лә)

Ялғауҙарын һәм теркәүестәрен иҫтә ҡалырлыҡ итеп һөйләмдәр бирәм.

Мәҫәлән,

Слайд

Ағиҙел дә, Ҡариҙел дә- Башҡортостанда.

Әсәй ҙә, атай ҙа- өйҙә.

Алма ла, сейә лә- баҡсала.

Башҡорт та, урыҫ та- ҡунаҡта.

Һөйләм төҙөүҙе ошо схемаға ярашлы биреү уңышлыраҡ.

Слайд.

Оля ____________ уйнай.

Оля ____________ урамда уйнай.

Оля менән Коля ___________ урамда уйнай.

Оля менән Коля бөгөн урамда уйнайҙар.


Бер бала башлап һүҙ әйтеп, артабан сиратлап һөйләмде тултыра барырға мөмкин. Төркөмдәргә бүленеп эшләү тағы ла отошлораҡ, сөнки ярыш сәме балаларҙы эшкә этәрә.

Уҡыусыларҙа предмет менән ҡыҙыҡһыныу, уны белеүгә һәм уҡыуға теләк уятыу- иң әһәмиәтле бурыстарҙың береһе. Мауыҡтырыу элементтарын уҡыу процесында ҡулланыу ҙур һөҙөмтә бирә. Уны тик уйын, күңел асыу ғына ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ инее. Дәрестәрҙә мауыҡтырғыс күнегеүҙәр ҡулланыу материалды ҡыҙыҡлы итеп биреү менән бергә, әүҙем фекерләү ҡеүәһен дә тәрбиәләй.

Мауыҡтырғыс материалдар төрлө булғанлыҡтан, уларҙы ҡулланғанда балаларҙың белеем кимәлен, йәш айырымлыҡтарын һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын да иҫәпкә алырға кәрәк.. Бында К.Д.Ушинскийҙың һүҙҙәрен күҙ уңында тотоу мөһим: «Уҡыуҙа бөтә нәмә лә мауыҡтырғыс булмаҫҡа мөмкин, унда, һис һүҙһеҙ, ялҡытҡыс әйберҙәр ҙә бар һәм булырға ла тейеш. Мауыҡтырғыс нәмәләрҙе генә түгел, үҙемдең бурысыңды үтәүҙән ҡәнәғәтләнеү хаҡына мауыҡтырмағандарын да эшләргә өйрәтегеҙ. Һеҙ баланы тормошҡа әҙерләйһегеҙ. ә тормошта бөтә вазифалар ҙа мауыҡтырғыс булмай».

Уйын формаһында бирелгән күнегеүҙәр уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтерә.

Мауыҡтырғыс күнегеүҙәрҙе дәресте аңлатҡанда ла, үҙләштерелгәнде нығытҡанда ла, үтелгәндәрҙе ҡабатлағанда ла ҡулланырға булла. Ләкин 10 минуттан да артмаҫҡа тейеш. Ярышыу, белемең нигеҙендә ниндәйҙер яңы нимә белеү уҡыусыларҙа ҡәнәғәтләнеү тойғоһо тыуҙыра. Шуға төрлө башватҡыс, шарада, анаграмма, кроссворд, чайнворд, кроссчайнворд, ребус, криптограмма, серле яҙыуҙар, грамматик, фонетик, лексик уйындар ҡулланырға мөмкин. Әммә улар темаға ярашлы һәм күләме яғынан ҙур булмаҫҡа тейеш.

Мәҫәлән, «Исем» һүҙ төркөмөн үткәс, анаграмма, шарадалар үткәреп булла. Бигерәк тә һүрәтле криптограммаларҙы уҡыусылар яратып сисә. Был эш төрө үткән дәрестәге яңы һүҙҙәрҙе тикшереү һәм нығытыу өсөн уңайлы.

Слайд.

Сабаҡ- баҡса ҡан- дала

Ҡәләм- мәҡәл тоҙ- аҙ

Таяҡ- ятаҡ ҡар- ағай

Алҡа- ҡала ел- ем

Аманат- атаман мал- ай

Уҡыусыларҙың дәрестә үҙаллы эшләй белеүе мотлаҡ , сөнки үҙ Аллы эшләп улар фекерләргә, һығымта яһарға өйрәнәләр. Мәҫәлән, башҡортса- русса һүҙлектән һайлап, алфавит тәртибенә берәр һүҙ яҙалар һәм һығымта яһайҙар: башҡорт телендә ҫ, ң хәрефтәренә башланған һүҙҙәр юҡ.

Әлбиттә, информацион технологиялар ҡулланыу яҡшы, сөнки ул уҡытыусының алға ынтылышын күрһәтә. Әммә йәнле һүҙгә ни етә! Шуға уҡытыусы менән уҡыусының үҙ- ара йылы аралашыуы, һис шикһеҙ, алыштырғыһыҙ алым.